АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 397 кеше; 1920 — 613; 1939 — 489; 1959 — 417; 1989 — 196; 2002 — 227; 2010 — 187 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Айыт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1894 й. Бәләбәй өйәҙендә украин һәм белорус крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1902 й. 69 йортта 200 ир-ат иҫәпкә алынған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке