КӨСӨГӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1151 кеше; 1920 — 1252; 1939 — 625; 1959 — 429; 1989 — 558; 2002 — 605; 2010 — 588 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл‑Иле-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. 60‑сы йй. (керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Һарайлы‑Мең улусы башҡорттары, 1770 й. Нуғай даруғаһы Һарайлы‑Мең улусы башҡорттары килеп урынлаша) билдәле. 1795 й. 23 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 740 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Н.Сайранов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке