КОРЖЕНЕВСКИЙ Арнольд Геннадьевич (30.1.1939, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Таутөмән а.), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2007). РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), РФ нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡ. хеҙм‑ре, “Татнефть” пр‑тиеһының почётлы нефтсеһе (1999). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1968). 1959 й. алып Лениногорск, 1968 й. — Бөгөлмә (баш инженер) промысла-геофизика контораларында эшләй, 1976 й. башлап “Татнефтегеофизика” тресының (Бөгөлмә ҡ.) бүлек мөдире, 1998 й. — дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1999 й. алып Әлмәт нефть ин‑тында уҡыта; 2006 й. башлап “Нейтрон” Волга‑Урал фәнни‑техник хеҙмәттәр үҙәге ЯСЙ дир., бер үк ваҡытта 2012 й. тиклем Ҡазан техник ун‑ты филиалының каф. мөдире һәм “ТатНИПИнефть” ААЙ‑ның (бөтәһе лә — Бөгөлмә) төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ скважиналарының техник сараларын, геофизик һәм гидродинамик технологияларын тикшереү м‑н бәйле. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40‑тан ашыу уйлап табыу авторы.

Әҙәб.: Савостьянов Н.А. Очерки истории нефтяной геофизики. Факты, люди, воспоминания, размышления. М., 2006.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке