КОРЖАВИНА Ольга Николаевна (24.7.1973, Знаменка ҡ.), спортсы. Самбо (1995) һәм пауэрлифтинг (2002) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). Урал физик культура акад. тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. спорт ком‑ты ДЮСШ‑ы (самбо б‑са тренеры Ф.Ғ.Ғәниев), “Венед” балалар‑һауыҡтырыу үҙәге (Нефтекама; пауэрлифтинг б‑са тренеры Р.А.Ғилманов) тәрбиәләнеүсеһе. Самбо б‑са Рәсәй чемп. (1995—96), Рәсәй асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), донъя чемпионатының көмөш призёры (1995), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1997) һәм бронза (1998) призёры, халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Ржев ҡ., 1995). Пауэрлифтинг б‑са Рәсәй кубогының бронза призёры (2002). Самбо б‑са Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—98).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке