КУЙБЫШЕВ В.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Илеш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Түб. Сереккүл ауылы. Составына 2 баҫыусылыҡ бригадаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы һ.б. инә. 2011 й. 112 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5190 га тәшкил иткән, шул иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4053 га. Иген культураларының уңдырышлылығы — 20,8 ц/га; 4883 т иген етештерелгән. Һыйыр малы — 1719 (550 һыйыр) баш, ат — 84; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4063 кг; етештереү (т): һөт — 2233, ит — 195. Продукцияһы БР-ҙа һатыла.

1932 й. Л.М.Каганович ис. һәм “Индустрия” к‑зы нигеҙендә В.В.Куйбышев ис. к-з булараҡ ойошторола, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Колхоз Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Хужалыҡ м‑н Ә.Л.Рахманов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке