КОРДЮКОВ Юрий Аркадьевич (18.6.1963, Свердловск өлк. Белая Глина а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1984). 1988—2008 йй. ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Математика ин‑тында: өлкән, 2005 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре күп төрлөлөктәрҙәге анализ һәм геометрияға, коммутатив булмаған геометрияға, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһына, дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһына арналған. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Теория индекса и некоммутативная геометрия на многообразиях со слоением //Успехи математических наук. 2009. Т.64. Вып.2; Adiabatic Limits and Spectral Sequences for Riemannian Foliations //Geometric and Functional Analysis. 2000. Vol.10 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке