КОПЫЛОВ Павел Иванович [28.6.1921, Ырымбур губ. Борисовка а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 11.6.1999, Өфө], танкист, подполковник (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Горький хәрби-сәйәси уч‑щеһын (1943), офицерҙар составының күнекмә танк полкын (Ҡазан, 1944) тамамлаған. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш, Калинин һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия кавалерия корпусы 8‑се гвардия кавалерия див. 136‑сы танк полкының танк взводы ком. лейт. К. 1944 й. 6—17 окт. Дебрецен ҡ. (Венгрия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Ырымбур өлк., 1966—81 йй. Өфөлә хужалыҡ эштәрендә була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Портрет: П.И.Копылов

Текст на русском языке