КОПЫЛОВ Игорь Александрович (28.2.1939, Балахна ҡ. — 5.10.2002, Өфө), спортсы. Шахмат б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (1994). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1962). Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.К.Фролов). Шәхси зачётта СССР чемп. (1990), М.И.Чигорин иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1997); команда зачётында донъя (1989), Европа (1988), СССР (1984) чемп. (бөтәһе лә — ситтән тороп ярышыуҙа). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—90). 2003 й. алып Өфөлә йыл һайын К. мемориалы үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке