АЛЕКСЕЕВКА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с ҡарай. Ҡаланан һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 433; 1939 — 420; 1959 — 173; 1989 — 288; 2002 — 355; 2010 — 336 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

1812 й. Ырымбур өйәҙе Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә алпауыт А.А.Врасскийҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 50 йортта 203 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. грамота мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. 1984 й. Күмертау р‑нының (ҡара: Көйөргәҙе районы) Подгорный а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.