КОПЫЛОВ Василий Данилович (15.6.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Алексеевский утары — 1966 й. апр., Силәбе ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләй. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. алып Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусы 178‑се танк бригадаһының мотоуҡсылар отделениеһы ком. сержант К. 1943 й. 23 сент. Украина ССР‑ы Монастырёк утары янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) 1947 й. тиклем “Йылайыр” с‑зында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: В.Д.Копылов

Текст на русском языке