КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна (25.10.1909, Амур өлк. Южный приискыһы — 12.11.1991, Мәскәү), яҙыусы. “Иптәш Анна” (“Товарищ Анна”; 1946), “Урал йылғаһында” (“На Урале-реке”; 1969—1978) романдары, “Иван Иванович” (1949), “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1954), “Дәртле ынтылыш” (“Дерзание”; 1958) трилогияһы һ.б. авторы. К. Башҡортостанға сәфәр ҡылғандан һуң тәьҫораттары “Яратам һине, Башҡортостан” (“Люблю тебя, Башкирия”; 1963) очеркының нигеҙенә ята. Башҡортостан һәм Татарстан нефтселәренә арналған “Ер бүләге” (“Дар земли”; 1963) романында автор Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһын үҙләштереүҙең 30 йыллыҡ тарихын күрһәтә, нефтселәр хеҙмәтенең романтикаһына дан йырлай. Сталин пр. лауреаты (1950).

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия: лит.‑краевед. очерки. Уфа, 1985.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке