КОПСОВ Анатолий Яковлевич (6.4.1942, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). РФ Берҙәм энергетик системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1992), СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1987). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) 2‑се Калининград ГРЭС‑ында (Светлый ҡ.) эшләй. 1968 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ҡарман ГРЭС‑ында: йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәүҙәре цехы нач. урынбаҫары, нач., 1983 й. башлап директор. 1976—78 йй. Бангладеш Респ. эшләй. 1988 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑нда: идарасы, 1990 й. башлап ген. директор. 1992 й. башлап БР МС‑ы рәйесе, 1993 й. — БР МК Премьер-министры. 1994 й. алып “Берҙәм энергетик система” Рәсәй АЙ‑нда (Мәскәү): “Центрэнерго” департаменты дир., 1996 й. алып АЙ м‑н эшләү б‑са департамент нач., бер үк ваҡытта 1996—98 йй. вице‑президент, 2000 й. — идара рәйесе урынбаҫары, 2001 й. — идара рәйесе советнигы, 2002 й. — генерация объекттары төҙөлөшө б‑са дир., 2004 й. — Корпоратив үҙәктең капиталь төҙөлөш б‑са директоры. 2005 й. алып “Мосэнерго”ның, 2008—10 йй. “Энел ОГК‑5” ААЙ‑ның ген. директоры. 1996—2004 йй. “Мосэнерго” ААЙ‑ның, 2008 й. башлап “Берҙәм энергетик система инженер үҙәге” ААЙ‑ның дир. советы рәйесе. 2011 й. башлап “ГазЭнергоСтрой газ турбиналы технологиялар” корпорацияһы президенты. РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (1994—96). РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2011). 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2003), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012) орд. м‑н бүләкләнгән.

П.: А.Я.Копсов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке