“КОППЕЛИЯ”, Э.Гофмандың “Ҡом кешеһе” (“Песочный человек”) повесть‑әкиәте мотивтары б‑са ижад ителгән Л.Делибтың 2 шаршаулы балеты. 1870 й. яҙылған. Премьераһы шул уҡ йылда Париж Операһында үтә (Ш.Нюитер һәм А.Сен-Леон либреттоһы, балетм. Сен-Леон, сценографтары Ш.Камбон, Э.Деплешен, Лавастр). Опера һәм балет театрының ҡуйылған тәүге балет спектакле. Премьераһы 1940 й. була (балетм. Н.Г.Зайцев, дирижёры О.М.Райцын, сценографы М.А.Беспалова). Төп партияларҙа: З.Н.Бәхтейәрова (Сванильда), Ф.Ә.Ғәскәров (Франц), Ш.А.Мәсәғүтов (Коппелиус). Ваҡиға Галицияның бәләкәй бер ҡалаһында бара. Йәш Сванильда көндәшенең фәҡәт үҙйөрөшлө борғосло ҡурсаҡ булыуын аңлағандан һуң һөйгәне Францты ялған хыянатта ғәйепләй. Спектакль ғашиҡтарҙың ярашыуы һәм дөйөм байрам м‑н тамамлана. Балет композицияһының бөтөнлөгө, характерлы бейеүҙәрҙең төрлөлөгө, жанр күренештәренең сағыу булыуы, лирик‑драматик һәм комик элементтарҙың уңышлы ярашыуы м‑н айырыла. 2‑се редакцияһының премьераһы 1941 й. була (балетм. С.Н.Сергеев, дирижёры В.В.Чистяков, сценографы Беспалова). Төп партияларҙа: З.Ә.Насретдинова (Сванильда), Х.Ғ.Сафиуллин (Франц), Сергеев (Коппелиус). 3‑сө редакцияһының премьераһы 1946 й. үтә (М.И.Петипаның “Ҡурсаҡтар оҫтаһы” сценарийы мотивтары б‑са Л.А.Жуков либреттоһы, балетм. Жуков, дирижёры Н.К.Вуколов, сценографы М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Насретдинова (Сванильда), Сафиуллин (Франц), Жуков (Коппелиус). Бөтә постановкаларҙа ла классик хореография стиле һаҡланған.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке