КООПЕРАЦИЯ, физик шәхестәрҙең дөйөм иҡт. маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекле рәүештә ағза булыу нигеҙендә берләшеүе, пай түләүҙәрен бергә ҡушыу юлы м‑н булдырыла. Ойошма булараҡ рәсмиләштерелгән К. кооператив тип атала. Производство һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Производство кооперативы берлектә етештереү һ.б. хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн ойошторола, коммерция ойошмаһы иҫәпләнә; ҡулланыусылар кооперативы — ҡатнашыусыларҙың матди һ.б. ихтыяждарын (мәҫ., торлаҡ, кредит, сауҙа йәки көнкүреш хеҙмәте һ.б. б‑са) ҡәнәғәтләндереү өсөн булдырыла, коммерция ойошмаһы түгел. 1865 й. Өфө губ. тәүге кредит ширҡәте, 1871 й. — ҡулланыусылар йәмғиәте, 1883 й. — ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте төҙөлә. Машиналарҙы бергәләп файҙаланыу б‑са ширҡәттәр, май эшләү, һөт һ.б. артелдәр ойошторола. 1916 й. Өфө кооперативтар ширҡәте төҙөлә. Революциянан (1917) һуң Башҡортостанда кооперативтар хәрәкәте дәүләт контроле аҫтында үҫешә. 1918 й. тәүге ауыл хужалығы коммуналары булдырыла. 1920 й. Башцентросоюз (1923 й. алып Башсоюз; 1948 й. — Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы) ойошторола. 20 б. 20‑се йй. башында Өфөлә кооператив банкылар барлыҡҡа килә. Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында кәсепсе һәм һөнәрселәр ҡулланыу әйберҙәре етештереү һәм халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өсөн кәсепселек артелдәре (союздары) төҙөй. Башпотребсоюз пр‑тиелары ҡала һәм ауыл етештереүселәре араһында тауарҙар м‑н алмашыуҙы үҫтерә: а.х. тауарҙары ҡалаға, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары ауылға ебәрелә. Кредит кооперативтары халыҡҡа ҡорамалдар, сеймал һ.б. һатып алырға ярҙам итә. 1920 йй. аҙ. — 30‑сы йй. крәҫтиән хужалыҡтарын колхоздарға берләштереү үткәрелә (ҡара: Коллективлаштырыу). 1930—50 йй. кооператив ойошмаларҙың күпселеге дәүләт ҡарамағына күсерелә: ҡулланыусылар К. магазиндары дәүләт сауҙа системаһына индерелә, ҡулланыусылар К. кәсепселек артелдәре һәм пр‑тиелары дәүләт ҡарамағындағы еңел сәнәғәт пр‑тиелары һәм көнкүреш хеҙмәте комб‑ттарына үҙгәртелә. 50‑се йй. аҙ. кәсепселек К. системаһы бөтөрөлә. 50‑се йй. аҙ. алып 80‑се йй. аҙ. тиклем респ. К. ҡулланыусылар (баҡсасылар, торлаҡ кооперацияһы) һәм ауыл хужалығы К. формаһында үҫешә. “СССР‑ҙа кооперация тураһында” (1988) законын ҡабул итеү К. артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. Кооперативтар закон м‑н тыйылмаған һәр төрлө эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә ала. 1988 й. БР‑ҙа 997 (14948 кеше), 1990 й. — 2841 (79454 кеше) кооператив иҫәпләнгән. 1991 й. һуң күпселек кооперативтар АЙ‑ға, ширҡәттәргә, ассоциацияларға, бәләкәй предприятиеларға үҙгәртеп ҡорола. Производство К. а.х. производство кооперативтары (АХПК), ҡулланыусылар К. — торлаҡ-төҙөлөш, кредит, гараждар һәм баҡсасылар кооперативтары формаһында тарала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке