КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ, 1930 й. Өфөлә СССР Центросоюзының Башҡортостан К.т. булараҡ сәнәғәт‑иҡт. курстары нигеҙендә асыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә коммерция (тармаҡтар б‑са), хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, страховкалау эше (тармаҡтар б‑са), тауар өйрәнеү ғилеме һәм ҡулланыу тауарҙары сифатына экспертиза яһау, иҡт. һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар б‑са) һөнәрҙәре б‑са алып барыла. К.т. эргәһендә сауҙа өлкәһе белгестәрен әҙерләү һәм яңынан әҙерләү үҙәге эшләй. Китапханаһы бар. 30 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012), улар араһында Ә.А.Абдуллин, И.В.Пятяри, И.И.Рыбалко, Г.И.Салманов һ.б. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында техникум бинаһында РСФСР‑ҙың урындағы сәнәғәт ХК һәм СССР Дәүләт контроле урынлашҡан.

Х.Х.Төхәтуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина