КОНЪЮНКТИВИТ (лат. conjunctiva — күҙҙең тиресәһе), күҙ ҡабағының һәм күҙ алмаһының лайлалы тиресәһе шешеүе. К. йоғошло [бактериаль (тыуҙырыусылар — стафилококктар, стрептококктар, пневмококктар, хламидиялар һ.б.), вируслы (адено‑, пикорнавирустар, герпес төркөмдәре), бәшмәк, паразитар], аллергик, аутоаллергик, ш. уҡ физик һәм химик факторҙар тыуҙырған төрҙәргә айырыла. Иң йыш осрағаны бактериаль һәм аденовируслы К. Сәбәпсе факторҙар: өҫкө тын алыу юлдарының респиратор ауырыуҙары, танау, тамаҡ ауырыуҙары, К. м‑н ауырыусылар м‑н аралашыу, контактлы яҫмыҡтар ҡулланыу, инфицирланған бассейндарҙа һыу инеү һ.б. Төп симптомдары: конъюнктиваның ҡыҙарыуы, инфильтрацияһы, эренле, сероз йәки лайлалы бүлендектәр булыу, күҙ ҡабаҡтарының шешенеүе. Икенсе күҙгә 2—3 көндән һуң йоға. Диагностика өсөн күҙ биомикроскопияһы, лаб. (бактериологик, вирусологик, иммунологик һ.б.) тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз: ауырыған урынға тамыҙмалы күҙ дарыуҙарын һәм маздарын (антибактериаль, вирусҡа ҡаршы, антисептик, аллергияға ҡаршы) ҡулланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күҙҙең мөгөҙсә һәм тамыр ҡатламдары, күҙ ҡабағы ситтәре, күҙ йәше бүленеп сығыу юлдары һ.б. зарарланыуы. Иҫкәртеү: санитар‑гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һ.б. Башҡортостанда К. эпидемиологияһы, диагностикалау һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып Күҙ ауырыуҙары институтында һәм Медицина университетында алып барыла. Трахоманы һәм паратрахоманы диагностикалау мәсьәләләре өйрәнелә (Н.А.Завьялова, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, Е.Н.Семёнова һ.б.), аденовируслы һәм хламидиялы К. (М.Т.Аҙнабаев, А.Г.Ҡаҙаҡбаев, Э.Ә.Латипова, В.Б.Мальханов һ.б.), бәшмәк кератоконъюнктивиты (М.Ҡ.Кәримов), демодекоз блефароконъюнктивиты (Е.И.Ғүмәрова) тикшерелә; К. үҫеп китеү хәүефе факторҙары һәм уны диагностикалау мәсьәләләре өйрәнелә (Э.Р.Шаммасова), хламидиялы К. клиник‑лаборатор диагностикалау һәм дауалау (А.Э.Бабушкин, Латипова, Мальханов һ.б.), балаларҙа бактериологик К. терапияһы (В.Ғ.Ғилманова) ысулдары эшләнә.

Э.Ә.Латипова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке