КОНЦЕРТ (лат. concerto — ярышам), 1) бер йәки бер нисә музыка ҡоралы һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән муз. әҫәр. К. классик өлгөләре өсөн бер музыка ҡоралының тасуирлау сараларын асыҡлау, уның виртуоз мөмкинлектәрен һәр яҡлап күрһәтеү, өс өлөшлө форма һ.б. хас. Оркестрһыҙ бер музыка ҡоралы, солисһыҙ оркестр, бер (бер нисә) тауыш м‑н оркестр, хор өсөн К. була. Башҡортостанда К. жанры 20 б. урталарынан үҫешә башлай һәм был процеста 2 этап үтә: башланғыс (1950—60 йй.) һәм әүҙем үҫеш осоро (1970 й. алып). Тәүге К. оркестр м‑н скрипка (1951, 1959, 1965) һәм фп. (1958) өсөн Н.Ғ.Сабитов ижад итә. Иң таралғандары — фп. м‑н оркестр өсөн К.: Р.Х.Ғәзизов (1988, 1989), З.Ғ.Исмәғилев (1989), Л.З.Исмәғилева (1968), Д.Д.Хәсәншин (1988), Р.Ғ.Ҡасимовтың (1973), В.М.Скобёлкиндың “Норвегия концерты” (“Норвежский концерт”; 1997); скрипка м‑н оркестр өсөн К.: Ғәзизов (1987), Р.Н.Сабитовтың (1980). Соло уйнаусы бер музыка ҡоралын ҡулланыу — жанр тарихында һирәк күренеш, был йүнәлештә комп. Ғәзизов — гобой һәм камера оркестры өсөн (1985), Сабитов — соло‑гобой һәм ҡыллы оркестр (1984), Р.Ә.Мортазин — торба м‑н оркестр (1987), Д.Д.Хәсәншин — альт саксофоны м‑н оркестр (1990), Р.Р.Йыһанов — орган м‑н оркестр (1999), А.Д.Хәсәншин соло‑орган (2000) өсөн К. ижад итә. А.Х.Ғабдрахманов тарафынан колоратур сопрано һәм симфоник оркестр өсөн К. яҙыла (1979). Йыһанов кларнет, фагот, валторна һәм симфоник оркестр өсөн “Рагавардхана” К. (2002), Ғәзизов — симфоник оркестр өсөн (1986, 1990), Скобёлкин — “Урыҫ биҙәктәре“ (“Русские узоры”; 1999), Д.Д.Хәсәншин — башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры һәм симфоник оркестрҙың ҡыллы музыка ҡоралдары төркөмө өсөн “Башҡорт уйындары” (2000) К. ижад итә. Ҡайһы бер авторҙарҙың К. хәҙ. заман музыкаһы стилистик йүнәлештәренең күп төрлөлөгөн сағылдыра: Ғәзизовтың фп. һәм ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн Кончерто гроссоһы (1991) — необарокко, Исмәғилеваның скрипка м‑н оркестр өсөн К. (1982) — неоромантизм, Ғәзизовтың эстрада‑симфоник оркестр өсөн К. (1981) — джаз. Башҡ. комп. халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау традицияларынан килгән ярышыу принциптарын, муз. телдең үҙенсәлектәрен Европа классик форма ҡоролошо ҡанундары м‑н яраштыра, уларҙың ижадына йөкмәтке, тәьҫирлелек, лексика сиктәрен киңәйтеүгә, жанрға симфоник яңғыраш биреү һәм быны көсәйтеп ебәреү м‑н бер рәттән яңғыҙ музыка ҡоралы м‑н оркестр партияларын тиңләштереүгә ынтылыш хас: Исмәғилеваның сопрано һәм симфоник оркестр өсөн “Таҡташ‑симфония” һы (“Такташ-симфония”, 1987), бас һәм оркестр өсөн Камера симфонияһы (1998), Сабитовтың камера оркестры, ике ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра өсөн “Халыҡ стилендәге бәләкәй симфония”һы (“Маленькая симфония в народном стиле”) һ.б. Жанрҙың эволюция процесында индивидуалләштерелгән бер өлөшлө (Исмәғилева, Ғәзизов) йәки күп өлөшлө композицияларға (Сабитов) мөрәжәғәт итеү тенденцияһы күренә. А.Т.Кәримовтың фп. м‑н оркестр өсөн Концерт‑рапсодияһында (1981), А.Д.Хәсәншиндең флейта, альт, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фп. өсөн Концерт‑бәйетендә (1992), И.И.Хисаметдиновтың скрипка һәм симфоник оркестр өсөн “Азамат” концерт‑фантазияһында (1999), А.Р.Сәлмәнованың симфоник оркестр өсөн Концерт‑симфонияһында (1983) төрлө жанрҙар синтезы күҙәтелә. Һуңғы ун йылда Йыһанов тарафынан — валторна (2005), һуҡма музыка ҡоралдары (2005), скрипка м‑н симфоник оркестр (2007), ҙур симфоник оркестр өсөн (2008) — бөтәһе дүрт К.; Скобёлкин — скрипка м‑н симфоник оркестр өсөн (2008), А.К.Березовский тарафынан фп. м‑н симфоник оркестр өсөн К. (2009) ижад ителә.

2) Муз., әҙәби һ.б. әҫәрҙәрҙе йәки номерҙарҙы иғлан ителгән программа б‑са тамашасылар алдында башҡарыу.

Әҙәб.: Еловская Н. Башкирский инструментальный концерт 50‑х годов //Вопросы истории музыкального искусства Башкирии: сб. тр. М., 1984. Вып. 71; Скурко Е.Р. Башкирская академическая музыка: традиции и современность. Уфа, 2005.

Е.Р.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке