КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, концентраттар, туҡлыҡлы матдәләре күп булған мал аҙыҡтары. К.м.а. мал аҙығы итеп ҡулланылған иген (иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо), тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡтар һәм концентрат ҡатнаш аҙыҡтар, иген һәм май биреүсе культураларҙы эшкәрткәндән һуң ҡалған продукттар инә. К.м.а. рациондарҙың дөйөм һәм протеинлы туҡлыҡлылығын арттырыу өсөн ҡулланыла. Туҡлыҡлы матдәләрҙең составы б‑са углеводлы һәм протеинлы К.м.а. айырып йөрөтәләр. Углеводлы К.м.а. ҡыяҡлыларҙың (арпа, арыш, кукуруз, һоло һ.б.) крахмалға бай игене һәм тирмән ҡалдыҡтары (ваҡланған иген, он саңы, көрпә) инә, уларҙың 1 кг 0,95—1,3 мал аҙығы берәмеге һәм 76—133 г үҙләштерелеүсе протеин бар. Протеинлы К.м.а. ҡуҙаҡлы иген культуралары (борсаҡ, мал борсағы, соя һ.б.), май биреүсе культураларҙы эшкәрткәндән ҡалған продукттар (төпрә, шрот) инә, ҡуҙаҡлылар игененең 1 кг 1,1—1,3 мал аҙығы берәмеге һәм 190—280 г үҙләштерелеүсе протеин, 1 кг шротта һәм төпрәлә 1,0—1,1 мал аҙығы берәмеге һәм 260—380 г үҙләштерелеүсе протеин бар. Һыйыр малының, һарыҡтарҙың һәм йылҡының йыллыҡ рациондарында К.м.а. өлөшөнә энергетик туҡлыҡлылыҡтың 25—35%‑ы тура килә, сусҡа һәм ҡоштарҙың рационында — 75—85%. Башҡортостанда ҡатнаш аҙыҡ “Экстракорм” ДУП‑ында, Стәрлетамаҡ иген продукттары комбинатында, Өфө иген продукттары комбинатында һ.б. етештерелә. К.м.а. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү (сүпрәләү, әсетеү, экструдирлау һ.б.) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып Аграр университетта (Н.Г.Сорока, Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Б.Ғ.Шәрифйәнов һ.б.) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Т.Әәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке