КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, көс йөкләнештәрен ҡабул иткән конструкцияларҙың деталдәрен яһау өсөн ҡулланылған материалдар. Композицион материалдарға, металл (интерметаллидтар, металдар һәм иретмәләр), металл булмаған: органик (нигеҙенә тәбиғи һәм яһалма сығышлы углеводород берләшмәләре инә) һәм органик булмаған (оксидтар, силикаттар, алюмосиликаттар) материалдарға бүленә. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башлап К.м. эшкәртеү ысулдарын үҙгәртмәйенсә уларҙың механик ныҡлығын арттырыуға йүнәлтелгән алюмин, тимер, магний, титан, интерметаллид берләшмәләр һ.б. нигеҙендәге материалдарҙың төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр ӨДАТУ‑ла (М.Х.Рабинович, Л.И.Дауытова һ.б.), 80‑се йй. — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (О.Ә.Ҡайбышев, Х.Я.Мөлөков һ.б.), 2000 й. — ӨДАТУ эргәһендәге Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында (Р.З.Вәлиев, Г.И.Рааб һ.б.) алып барыла. Респ. төрлө К.м. етештерелә: кирбес, бетон һәм тимер-бетон, ағас, быяла, металл, түбә материалдары, эластомерҙар, юл өҫтөн ҡаплау материалдары һ.б.

В.И.Сергеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке