КОНСТИТУЦИЯ, йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, дәүләт власы органдарын ойоштороу тәртибен һәм принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп закон. К. иң юғары юридик көскә эйә һәм ғәмәлдәге барлыҡ ҡануниәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостандың милли-терр. автономияһын иғлан иткән 2‑се фарманды (1917 й. 15 нояб.) респ. тәүге конституцион акттарына индерәләр. Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайҙары (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) ҡарарҙары конституцион әһәмиәткә эйә була. 1918 й. ғин. Башҡорт хөкүмәте тарафынан эшләнгән “Бәләкәй Башҡортостандың автономияһы тураһында положение” респ. К. сифатында сығыш яһай, унда Башҡортостан — Рәсәйҙең бер өлөшө булған, автономиялы идара ителгән парламент тибындағы дәүләт тип иғлан ителә. Юғары органы ҡоролтай була, уның вәкәләтлелек даирәләре аныҡлана. Милләтенә һәм инаныуҙарына, ниндәй енестән булыуына ҡарамаҫтан, улус земствоһының һәр 5 мең кешеһенән дөйөм, тура, тиң һәм йәшерен тауыш биреү юлы м‑н һайланған, 22 йәше тулған кешеләр депутат була алған. Депутаттың тейелгеһеҙлеге ҡаралған. Рәйестән, рәйес урынбаҫарынан һәм 4 ағзанан торған хөкүмәт башҡарма орган булып торған; респ. йәшәгән урыҫтарҙың һанына ярашлы милләте урыҫ булған кешеләр хөкүмәт ағзаһы (1—3) була алған. Дөйөм дәүләт закондары нигеҙендә, РСФСР суд органдарына бойондороҡло итеп, мировой һәм дөйөм суд органдары ойошторолған. Судҡа мөрәжәғәт итеүселәр башҡорт булһа, башҡорттарҙың йола хоҡуғы һәм шәриғәт нигеҙендә ҡоролтай сығарған закондар ҡулланылған. Улус һәм ауыл үҙидараһын һаҡлау, шәхестең тейелгеһеҙлеге, гражданлыҡ (респ. кәм тигәндә 3 йыл йәшәү факты б‑са бирелгән), һәр кемдең Рәсәй дәүләтен һәм автономиялы Башҡортостанды һаҡлау бурысы ҡаралған. Уны совет тибындағы автономияға әйләндергәндән һуң да конституцион акттар ғәмәлдә көйө ҡалдырылған, Айырым Башҡ. армияһы (ҡара: Башҡорт ғәскәре), административ-территориаль ҡоролош һаҡланған, амнистия һәм ярлыҡау акттары һ.б. тормошҡа ашырылған.

Совет осороноң тәүге конституцион акттарына “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеү”ҙе, РСФСР ҮБК һәм ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы декретын һәм БАССР‑ҙың 1925 й. Конституцияһын индерәләр.

1924—25 йй. “Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы Конституцияһы” проекты эшләнә (1925 й. 27 мартында Советтарҙың 5‑се Бөтә башҡ. съезында хуплана). 8 бүлеккә берләштерелгән 93 статьянан тора. Бөтә Рәсәй ҮБК тарафынан раҫланмай, ләкин уның күп положениелары — башҡорт телен һәм урыҫ телен рәсми телдәр тип иғлан итеү; башҡ. ҡатын-ҡыҙҙарын ижт. тормошҡа йәлеп итеү; иҡт. сәйәсәтте Башҡортостандың урындағы һәм милли үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып үткәреү; БАССР‑ҙың дәүләт ҡоролошо т‑дағы; Советтарға һайлауҙар т‑дағы киҫәктәр һ.б. — БАССР‑ҙың хәҙ. ҡануниәтендә файҙаланыла.

Советтарҙың 10‑сы ғәҙәттән тыш Бөтә башҡ. съезында СССР (1936) һәм РСФСР (1937) К. ярашлы 1937 й. 23 июнендә “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Конституцияһы (Төп законы)” ҡабул ителә (1940 й. 2 июлендә РСФСР ЮС‑ы тарафынан раҫлана). К. тексы 11 бүлеккә берләштерелгән 114 статьянан тора. К., Башҡ. АССР‑ы — эшселәр һәм крәҫтиәндәрҙең соц. дәүләте, уның сәйәси нигеҙен Хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары тәшкил итә, тип иғлан итә һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙҙәрен нығыта: БАССР РСФСР составына авт. республика хоҡуҡтары м‑н инә, БАССР терр‑яһында СССР һәм РСФСР закондары мотлаҡ эш итә, БАССР гражданы — РСФСР һәм СССР гражданы, үҙенең юғары дәүләт власы органдары (Юғары Совет, Министрҙар Советы, Юғары Суд, Прокуратура) бар. БАССР компетенцияһының сиктәре билдәләнә: респ. К. ҡабул итеү, уны РСФСР ЮС‑ына раҫлауға индереү һәм үтәлешен контролдә тотоу; РСФСР ЮС‑ы раҫлауында райондарға бүленеште булдырыу; дәүләт тәртибен һәм граждандың хоҡуҡтарын һаҡлау; респ. халыҡ хужалығы планын һәм бюджетын раҫлау һ.б. Хужалыҡ итеүҙең соц. системаһы, ш. уҡ эш ҡоралдары м‑н етештереү сараларына дәүләт (бөтә халыҡ) һәм кооперация-колхоз милке формаһында соц. милекселек иғлан ителә. Закон айырым крәҫтиәндәрҙең һәм кәсепселәрҙең үҙ көсөнә нигеҙләнгән бәләкәй шәхси хужалығын рөхсәт итә, граждандарҙың хеҙмәт килемдәренә һәм һаҡламдарына, йорт хужалығы һәм көнкүреш кәрәк-ярағына, шәхси ҡулланыу әйберҙәренә хоҡуғын нығыта. Суд һәм прокуратураға арналған бүлек нигеҙҙә Союз һәм Рәсәй К. тап килһә лә, уның үҙенсәлеге лә була: суд эшен үтәүҙе башҡ., урыҫ, татар, мари йә сыуаш халҡы күпселекте тәшкил иткән ауыл райондарында был халыҡтарҙың телендә, үҙәк суд учреждениеларында башҡ., урыҫ һәм туған телдәрҙә алып барыу билдәләнә. К. БАССР граждандарының төп хоҡуҡтарын, иректәрен һәм бурыстарын нығыта: хеҙмәткә, ялға, ҡартлыҡта, ауырығанда һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтҡанда матди тәьминәткә, белем алыуға, ижт. ойошмаларға берләшеүгә хоҡуҡты; выждан, һүҙ, матбуғат, йыйылыштар, митингылар, урамдарҙа йөрөүҙәр һәм демонстрациялар ирке, шәхестең, торлаҡтың тейелгеһеҙлеге, хатлашыу сере; СССР, РСФСР, БАССР К., закондарҙы үтәү, йәмәғәт бурысына намыҫлы мөнәсәбәт, соц. тормош ҡағиҙәләрен ихтирам итеү, соц. милекте һаҡлау һәм нығытыу, хеҙмәт тәртибен һаҡлау, хәрби хеҙмәт үтеү, ватанды һаҡлау бурыстары. К. совет йәмғиәтендә Коммунистар партияһының етәксе ролен нығыта (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы), йәшерен тауыш биреп, дөйөм, тура, тиң һайлау хоҡуғы нигеҙендә власть органдарын һайлап ҡуйыуҙы урынлаштырып, БАССР-ҙың һайлау системаһын билдәләй. К. тарафынан БАССР‑ҙың гербы (ҡара: Гербтар), флагы (ҡара: Флагтар), баш ҡалаһы (Өфө), БАССР ЮС‑ының РСФСР ЮС‑ы раҫлауындағы ҡарары нигеҙендә К. үҙгәрештәр индереү тәртибе нығытыла.

БАССР ЮС‑ы 9‑сы саҡырылышының 8‑се сираттан тыш сессияһында СССР (1977) һәм РСФСР (1978) К. ярашлы 1978 й. 30 майында “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Конституцияһы (Төп законы)” ҡабул ителә. К. тексы 10 киҫәктән, 16 бүлектән һәм 161 статьянан тора. 1978 й. К. Башҡ. АССР‑ы дөйөм халыҡ дәүләте тип иғлан ителә, “халыҡ” тигән төшөнсә индерелә, граждандарҙың сығышына, соц. һәм мөлкәт хәленә, белеменә, теленә, дингә мөнәсәбәтенә, мәшғүллек төрөнә һәм характерына, йәшәгән урынына һ.б. шарттарға ҡарамайынса тиңлек принцибы теркәлә, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм иркенең (торлаҡҡа, һаулыҡ һаҡлауға, бушлай белем алыуға, вазифалы кешеләрҙең, дәүләт һәм ижт. органдарҙың эш итеүҙәрен тәнҡитләү һәм ялыу итеү хоҡуғы һ.б.) тулыраҡ исемлеге индерелә, дәүләт тормошоноң айырыуса мөһим мәсьәләләре т‑да бөтә халыҡ фекер алышыуы т‑дағы положение нығытыла (ҡара: Референдум) һ.б. Коммунистар партияһы совет йәмғиәтенең, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының ядроһы булып тороуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шуның м‑н бергә, ижт. ойошмалар һәм хеҙмәт коллективтары дәүләткә һәм ижт. эштәргә идара итеүҙә ҡатнаша ала. Закон совет кешеләренең эксплуатациянан азат хеҙмәтен йәмғиәт байлығы үҫешенең, халыҡтың һәм һәр совет кешеһенең етеш тормошо сығанағы итеп ҡарай. Дәүләт “Һәр кемдән — һәләтенә ҡарап, һәр кемгә — хеҙмәтенә ҡарап” тигән принципты тормошҡа ашырыуҙы иғлан итә һәм кешеләрҙең матди, рухи ихтыяждарын мөмкин тиклем тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүҙе ижт. етештереүҙең юғары маҡсаты итеп ҡуя. БАССР иҡтисады РСФСР иҡтисадының состав өлөшө иҫәпләнә, уға етәкселек итеү иҡт. һәм соц. үҫеш б‑са дәүләт пландары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Индивидуаль хеҙмәт эшмәкәрлеге рөхсәт ителә. Дәүләт СССР милләттәренең үҫешенә һәм яҡынайыуына этәргес бирергә тейеш була. К. билдәләнеүенсә, БАССР вәкәләттәре даирәһенә түбәндәгеләр инә: респ. К. ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр индереү һәм үтәлешен күҙәтеү; респ. ҡануниәте; дәүләт тәртибен, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен һаҡлау; дәүләт власы һәм идара итеүҙең респ. һәм урындарҙағы органдарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге тәртибен билдәләү; респ. иҡтисадына, райондар һәм ҡалалар бюджетына, халыҡ хужалығының респ. буйһоноуындағы тармаҡтарына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, сауҙаға, йәмәғәт туҡланыуына, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүгә, торлаҡ һәм юл төҙөлөшөнә, транспортҡа, ҡалаларҙы һ.б. торама пункттарҙы төҙөкләндереүгә етәкселек итеү; иҡт. һәм соц. үҫеш б‑са дәүләт пландарын төҙөү һәм раҫлау, дәүләт бюджетын һәм уларҙың үтәлеше т‑да отчёттарҙы раҫлау; ерҙе, ер аҫтын, урмандарҙы һәм һыуҙарҙы файҙаланыуға контроль; райондарға бүленеште билдәләү; халыҡ мәғарифына, мәҙәни һәм фәнни ойошмаларға һәм учреждениеларға, һаулыҡ һаҡлауға, физик культураға һәм спортҡа, соц. тәьминәткә етәкселек итеү; тирә-яҡ мөхитте, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һ.б. респ. әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү. Республиканың иҡт. һәм соц. үҫеш б‑са дәүләт планы һәм дәүләт бюджеты РСФСР дәүләт планының һәм дәүләт бюджетының состав өлөшө булып тора. Закон м‑н БАССР-ҙың дәүләт гербына үҙгәрештәр индерелә.

Башҡортостандың конституцион ҡануниәтенең үҫешенә Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны һәм Федератив килешеүҙе ҡабул итеү йоғонто яһай, уларҙың төп положениелары 1993 й. 24 дек. БР ЮС‑ы 12‑се саҡырылышының 12‑се сессияһында ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы (Төп законы)”на инә. Ғәмәлдәге К. тексы инеш өлөштән, 2 киҫәктән һәм 126 статьянан тора. К. респ. конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен нығыта, Башҡортостан Республикаһы — РФ составындағы хоҡуҡи дәүләт, уның тиң хоҡуҡлы субъекты, БР дәүләт власы органдары м‑н РФ дәүләт власы органдары араһындағы мөнәсәбәттәр БР, РФ К., “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” РФ һәм БР Килешеүе, башҡа ике яҡлы килешеүҙәр м‑н билдәләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына. Респ. статусы һәм уның терр‑яһының сиктәре БР ризалығы м‑н генә үҙгәртелә ала, башҡ. һәм урыҫ телдәре респ. терр‑яһында дәүләт телдәре тип таныла, БР үҙ дәүләт символдарына (ҡара: Дәүләт гербы, Дәүләт гимны һәм Дәүләт флагы) эйә. Дәүләт власының закондар сығарыу власына, башҡарма власҡа һәм суд власына бүленеүе раҫлана, урындағы үҙидара гарантиялана, шәхси, дәүләт, муниц. һ.б. милек формалары, идеологик күп төрлөлөк, ижт. ойошмаларҙың эшмәкәрлек ирке, күп партиялылыҡ таныла. К. ярашлы, БР соц. һәм донъяуи дәүләт тип таныла, тарихи һәм милли мираҫты һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы, башҡ. халҡының һәм респ. йәшәгән башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫешен тәьмин итә. БР үҙ вәкәләттәре сиктәрендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡт. бәйләнештәргә инә ала. Респ. дәүләт власын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, урындағы дәүләт власы органдары, судтар тормошҡа ашыра. Халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына ярашлы кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре гарантиялана, граждандар дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау һәм һайланыу хоҡуғына эйә (ҡара: Һайлау системаһы), БР‑ҙың конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеүгә, раса, милли, соц., синфи, дини күрә алмаусанлыҡҡа һәм дошманлыҡҡа, көс ҡулланыуҙы һәм һуғышты пропагандалауға юл ҡуйылмай. Ер һ.б. тәбиғи ресурстар — респ. халҡының тормошо һәм эшмәкәрлеге нигеҙе, бюджет ҡоролошо федераль закондар һәм БР закондары м‑н билдәләнә. К. үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тәртибе нығытылған: тәҡдимдәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының кәм тигәндә 1/3 өлөшө, БР Президенты һәм Конституция Суды индерә ала, беренсе киҫәктең 1‑се һәм 11‑се бүлектәре положениелары референдум һөҙөмтәләре б‑са, башҡа положениелар БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының кәм тигәндә 2/3 өлөшөнөң ҡарары м‑н ҡарала. БР‑ҙың индерелгән үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алып эш итеүсе К. ағымдағы ҡануниәттең нигеҙе булып тора һәм респ. артабанғы үҫешенә, уның күп милләтле халҡының тупланыуына ярҙам итә.

Әҙәб.: Конституционные акты Башкортостана. Уфа, 2003. 

З.И.Йәнекәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке