КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ, конституцион суд эштәрен алып барыу юлы м‑н үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ хөкөм эшмәкәрлеген башҡарыусы респ. суд власы органы. РФ һәм БР Конституцияларына, федераль закондарға, 1992 й. 27 окт. “Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды тураһында” законына ярашлы эш итә. К.С. составында — Рәйес, Рәйес урынбаҫары һәм өс судья. К.С. вәкәләттәре аныҡ ваҡыт м‑н сикләнмәй. К.С. хоҡуҡ мәсьәләләрен генә хәл итә; конституцион суд эштәрен башҡарғанда бүтән судтарҙың йәки башҡа органдарҙың компетенцияһына ингән бөтә осраҡтарҙа ла ғәмәлдәге шарттарҙы асыҡлауҙан һәм тикшереүҙән тыйыла. К.С. БР закондарының, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һ.б. респ. башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының норматив акттары Конституцияға ярашлы булыуы т‑дағы эштәрҙе ҡарай һәм хәл итә; БР Конституцияһына аңлатма бирә; үҙ вәкәләтенә ҡараған мәсьәләләр б‑са закондар сығарыу инициативаһы м‑н сығыш яһай, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙоуға ҡарата ялыуҙарын, федераль һәм респ. закондары м‑н уның компетенцияһына индерелгән башҡа конституцион‑хоҡуҡи мәсьәләләрҙе ҡарай. К.С. закон көсөнә ингән ҡарарҙары, бойороҡтары, талаптары, йөкләмәләре, саҡырыуҙары һ.б. мөрәжәғәттәре бөтә дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, ижт. ойошмалар, физик һәм юридик шәхестәр тарафынан үтәү өсөн мотлаҡ һанала һәм барлыҡ БР терр‑яһында тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш. К.С. Рәйесен БР Президенты тәҡдименән сығып БР Дәүләт Йыйылышы тәғәйенләй, К.С. Рәйесе урынбаҫары һәм судьялар БР Президенты тәҡдименән сығып, К.С. Рәйесе фекерен иҫәпкә алып, БР Дәүләт Йыйылышы тәғәйенләй (12 йылға). Рәйестәре: И.Ш.Мөҡсинов (1996 й. алып), И.Ә.Әҙеһәмов (2000 й. алып), Л.Ш.Ғүмәрова (2009 й. алып), З.И.Йәнекәев (2014 й. алып).

А.Һ.Юламанов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке