КОВШОВА Наталья Венедиктовна (26.11.1920, Өфө — 14.8.1942, Ленинград өлк. Сутоки-Бяково а. янында, Новгород өлк. Коровитчино а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Снайперҙар мәктәбен тамамлағандан һуң (1942 й. ғин.) Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се удар армияның 130‑сы уҡсылар див. 528‑се уҡсылар полкы снайперы рядовой К. 14 авг. Сутоки-Бяково а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. Мәскәүҙә һәм Өфөлә урамға, теплоходҡа К. исеме бирелгән. Уға Силәбе ҡ. һәйкәл, Өфө йорттарының береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1989 й. алып Өфөлә К. иҫтәлегенә арналған еңел атлетика ярыштары үткәрелә.

Әҙәб.: Натыкин В. Помните их имена. Новгород, 1981.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: Н.В.Ковшова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.