КОНСТАНТИНОГРАДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Константиноградовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 263; 1939 — 349; 1959 — 166; 1989 — 460; 2002 — 516; 2010 — 515 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1894 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Полтава губ. Константиноград өйәҙенең украин крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1906 й. тимерлек, 2 ел тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке