АЛЕКСЕЕВА Ирина Васильевна (16.4.1954, Куйбышев ҡ.), музыка белгесе, педагог. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2006), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). Куйбышев муз. уч‑щеһын (1974), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1979) тамамлаған. 1978 й. алып Мәскәү өлк. Черноголовка ҡасабаһының сәнғәт мәктәбендә эшләй. 1979 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта (2002 й. алып музыка теорияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2007 й. — “Проблемы музыкальной науки ж. яуаплы секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре муз. поэтикаға, семантикаға һ.б. арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыу‑методик ҡулланмалар, муз. вуздар өсөн муз. семантика б‑са уҡытыу программалары, авторы. Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын (Өфө, 2003 й. алып) үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы.

Хеҙм.: Тематизм бассо‑остинатных жанров в инструментальной музыке западноевропейского барокко. Уфа, 2007.

Әҙәб.: Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова. Уфа, 2008.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018