КОНСТАНТИНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1032 кеше; 1959 — 1203; 1989 — 1446; 2002 — 1767; 2010 — 1691 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1919 й. Өфө кантонында “Константиновка” с‑зы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына. 1925 й. 12 йорт теркәлгән. 1927 й. алып “Ҡарлыман” с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 80‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке