КОВГАН Станислав Трофимович (16.11.1934, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 140‑сы почта йәшниге, 1959 й. алып 100‑се почта йәшниге инженер-конструкторы, 1962 й. — Бөтә Союз “Союзнефтеавтоматика” ПБ‑ның (бөтәһе лә — Өфө) баш инженеры. 1974 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1997—2009 йй. ӨДИСА‑ның теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре авиация двигателдәре деталдәрен тоташтырыу ышаныслылығы, ныҡлығы һәм герметиклығы теорияһына арналған. К. тарафынан фланецтарҙы һыр м‑н тоташтырыу теорияһы үҫтерелә һәм иҫәпләүе эшләнә, электронлы һыйышлыҡ юлы м‑н тоҡандырыу уйлап табыла һәм тикшерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Расчёт герметичных соединений. М., 1984; Расчёт фланцевых соединений. Свердловск, 1989 (авторҙ.).

Л.В.Виноградов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.