КОНСТАНТИНОВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1126 кеше; 1920 — 1045; 1939 — 883; 1959 — 847; 1989 — 203; 2002 — 165; 2010 — 140 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1841—42 йй. Бәләбәй өйәҙендә Д.Е.Бенардакиҙың (ҡара: Бенардакиҙар) Тула губ. Георгиевка һәм Ивановка аа. алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Кесе Николаевка булараҡ теркәлгән. 1865 й. 133 йортта 688 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 май һығыу оҫтаханаһы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.М.Лысенков ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке