КОВАЛЬ Юрий Никифорович (23.10.1936, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Өфөнөң 105‑се, 19‑сы урта мәктәптәрендә уҡыта, 1966—69 йй. һәм 1988—89 йй. “Ленинец”, 1970—82 йй. һәм 1992—2001 йй. “Вечерняя Уфа” (1977 й. алып бүлек мөдире, 1978—81 йй. яуаплы секретары) гәз. хеҙм‑ре, 1982—87 йй. ӨМЭПБ‑ла эшләй, 1989 й. алып “Советская Башкирия” гәз. яуаплы секретары, 1991—92 йй. “Башкирия” (“Башҡортостан”) гәз. мөхәррир урынбаҫары (Өфө), 2001—08 йй. “Бельские просторы” ж. хеҙм‑ре. Респ. мәҙәни, ижт.‑сәйәси тормошо т‑дағы мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2006).

Хеҙм.: Люди с архипелага УМПО. Уфа, 1994; 22 интервью в УМПО. Уфа, 1997.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.