КОВАЛЕНКО Константин Иосифович (14.1.1912, Екатеринослав губ. Юзовка ҡсб — 23.11.1988, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. канд. (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) “Ишимбайнефть” тресында эшләй (өҙөклөк м‑н): инженер‑конструктор, баш механик, 1946 й. алып идарасы, 1943 й. — “Ишимбайгаз” тресының баш инженеры, идарасыһы, 1945 й. һәм 1954—65 йй. “Башнефть” берекмәһенең баш инженеры, начальнигы. 1952 й. башлап “Октябрьскнефть” тресы идарасыһы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге респ. нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. К. етәкс. ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары индерелә: һыу ебәреү, продуктив ҡатламдарға реагенттар ҡыуҙырыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ эксплуатациялау. 35 фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Ленин (1959, 1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) орд. м‑н бүләкләнгән. 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018