КОНСОНАНТИЗМ (лат. consonans — тартынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге тартынҡы фонемалар системаһы. Хәҙ. башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар: [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [ҫ], [т], [ү], [ф], [х], [һ], [ц], [ч], [ш], [щ], [’]; шуларҙың [в], [ц], [ч], [щ] фонемалары урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һәм интернационализмдарҙа, [’] фонемаһы — ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һәм ҡайһы бер төп башҡ. һүҙҙәрендә ҡулланыла. Тартынҡыларҙың төп артикуляцион-акустик билдәләре: һуҙынҡы алдынан килгәндә аныҡ фонологик танылыуы; позицион шарттарҙа аллофондарҙың булыуы; [ҙ], [й], [м], [ҫ], [т], [ү], [ч] тартынҡылары бөтә позицияларҙа ла өҫтөнлөк итә. Башҡ. телендә тартынҡыларҙың артикуляцион классификацияһы түбәндәге күрһәткестәр нигеҙендә төҙөлә: 1) телмәр трактында ҡаршылыҡ яһаусы актив ағза б‑са ирен, улар, үҙ сиратында, ике ирен [б], [м], [п], [ү] һәм ирен‑теш [в], [ф] тартынҡыларына бүленә; тел алды [д], [ҙ], [ж], [з], [л], [н], [р], [с], [ҫ], [т], [ц], [ч], [ш], [щ]; тел уртаһы [г], [й], [к]; тел арты [ғ], [ҡ], [ң], [х]; фарингаль [һ]; тамаҡ [’]; 2) ҡаршылыҡтың яһалыу ысулы б‑са — шаулы, улар шартлаулы [б], [д], [к], [ҡ], [п], [т], [’] һәм аффрикаттарға [ц], [ч] бүленә; ышҡыулы тартынҡы (фрикатив) [в], [г], [ғ], [ҙ], [ж], [з], [й], [с], [ҫ], [ү], [ф], [х], [һ], [ш], [щ]; ҡалтырауыҡлы тартынҡы (вибрант) [р]; 3) ҡаршылыҡ яһауҙа ҡатнашҡан пассив ағза б‑са — теш [д], [з], [л], [н], [с], [т], [ц] һәм теш‑ара [з], [ҫ]; 4) һауа ағымының үтеү урыны б‑са — тел эргәһе [л]; 5) йомшаҡ аңҡауҙың торошо б‑са — танау [м], [н], [ң]; 6) телмәр трактында ҡаршылыҡ яһалғанда тарайыу иҫәбе б‑са — бер фокуслы [ғ], [ү], [х], [һ] һәм ике фокуслы [ж], [ш]. Акустик классификация тауыш һәм тондың булыу йәки булмауына ҡарап, башҡ. тартынҡыларын яңғырауҙарҙан [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з] һәм һаңғырауҙарҙан [с], [ҫ], [ф], [х], [һ], [ш], [щ] торған шаулыларға һәм сонанттарға [й], [л], [м], [н], [ң], [р], [ү] бүлә. Шаулы тартынҡыларҙы әйткәндә көсөргәнештең булмауы, һалмаҡлыҡ хас. Башҡ. теленең тартынҡыларын ҡатылығы‑йомшаҡлығы б‑са айырыу сингармонизм законына бәйле һәм берҙәм фонема сиктәрендә веляр (алғы рәт һуҙынҡылары м‑н ҡушылғанда) йәки палаталь (артҡы рәт һуҙынҡылары м‑н ҡушылғанда) варианттарҙа башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Башҡорт теленең фонетик системаһы.

Әҙәб.: Уртегешев Н.С., Хисамитдинова Ф.Г., Ишкильдина Л.К. Атлас артикуляторных настроек согласных восточного диалекта башкирского языка. Уфа, 2012.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке