“КОНСЕРВАЛАР”, йәшелсә-емеш консервалары һәм кондитер изделиелары етештереү пр‑тиеһы. 1960 й. “Башплодоовощпром” берекмәһенең Өфө консерва з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. “К.” производство кооперативына үҙгәртелә, 1994 й. алып ААЙ, 2001 й. — ЯАЙ, 2006 й. ябыла. Айына 180 тубҡа тиклем консервалар (томат соусы, консерваланған ҡыяр, йәшелсә маринадтары, джем, ҡайнатма, повидло һ.б.), айына 7 т тиклем кондитер изделиелары (драже, леденецтар, шәрбәт, казинак, кукуруз таяҡсалары, кеҫәл) етештергән. Составында консерва һәм кондитер цехтары булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке