КОНОНОВ Андрей Николаевич (14.10.1906, С.‑Петербург — 28.10.1986, Ленинград), тел белгесе. СССР ФА акад. (1974), филол. ф. д‑ры (1948), проф. (1950). Ленинград көнсығыш ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй; 1934—80 йй. ЛДУ‑ла: төрки филол. каф. мөдире (1949—72), көнсығыш ф‑ты деканы (1953—64), бер үк ваҡытта 1936 й. алып Тел һәм фекерләү ин‑тында, 1938—86 йй. СССР ФА‑ның Шәрҡиәт ин‑тында: төрки телдәр кабинеты мөдире (1938—71), Ленинград бүлексәһе мөдире (1961—63). Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: төрки телдәрҙең тарихи үҫеше, төркиәт тарихы, боронғо төрки рун яҙмаһы ҡомартҡыларының теле, Урта Азия һәм Кавказ аръяғы төрки телле халыҡтарының әҙәби ҡомартҡыларын текстологик яҡтан өйрәнеү, төрөк теле һәм үзбәк теле грамматикаһы һ.б. Башҡорт телен өйрәнеү б‑са ҡыҫҡаса очерк, башҡ. тел белгестәре М.М.Биксурин, С.Б.Күкләшев, М.Ә.Ҡыуатов, М.И.Өмөтбаев т‑да мәғлүмәттәр тупланған “Ватан төркиәтселәренең биобиблиографик һүҙлеге (Октябргә тиклемге осор)” [“Биобиблиографический словарь отечественных тюркологов (дооктябрьский период)”; 1974] етәксеһе һәм төҙөүселәренең береһе. 230‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Төркиәтселәр ком‑ты советы рәйесе (1973—86).

Хеҙм.: “Родословная туркмен”. Сочинение Абу-л-Гази, хана Хивинского. М.; Л., 1958; История изучения тюркских языков в России. Дооктябрьский период. Л., 1972; Грамматика языка тюркских рунических памятников VII—IX вв. Л., 1980.

М.В.Зәйнуллин, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке