АЛЕКСЕЕВ Учур Абушинович (5.7.1912, Ростов губ. Граббевский станицаһы — 21.8.1981, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1941 й. алып полк табибы, медсанбат ком., 1942 й. башлап — ялан госпитале, 1944 й. — 5920‑се эвакогоспиталь (Ишембай ҡ.), 1946 й. алып Өфөнөң 1‑се үҙәк клиник дауаханаһы начальнигы. 1948—50 йй. һәм 1955—60 йй. Респ. клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 1948—55 йй. Б.В. һуғышы инвалидтарының Өфө туберкулёз госпитале төп хирургы. 1960 й. алып БДМИ‑ла эшләй: 1966—78 йй. факультет хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1967—74 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре үпкә хирургияһы проблемаларына арналған. А. плевра йәбешкәген хирургик дауалауҙы камиллаштыра, каверноз туберкулёз м‑н ауырығанда ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген раҫлай. 130 фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Хеҙм.: Экстраплевральный пневмолиз при туберкулёзе. Уфа, 1962.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018