КОНКУРЕНЦИЯ (лат. concurrentia, concurrere — бәрелешәм), иҡтисадта: билдәле бер тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙа һатыу күләме өсөн фирмалар араһындағы ярыш. Камил һәм камил булмаған К. айырыла. Камил К. фирмалар баҙар власына (етештереүсенең баҙар хаҡына йоғонто яһай алыуы) эйә булмай. Уларҙың табышы тик етештереү сығымдарын кәметеү иҫәбенә формалаша. Камил булмаған К. фирмалар билдәле бер баҙар власына эйә һәм һатыу күләме өсөн башлыса хаҡҡа ҡарамаған факторҙар ярҙамында көрәшә. Камил булмаған К. иң таралған формалары: монополистик (баҙар власы улар сығарған тауарҙарҙың уникаль үҙенсәлектәренә бәйле фирмаларҙың ярышыуы) һәм олигополистик (баҙар власы үҙҙәренең баҙарҙағы өлөшөнә бәйле фирмаларҙың ярышыуы). Баҙарҙа бер генә һатыусы эшләһә, ә башҡа фирмалар унда эшмәкәрлек итә алмаһа, монополия барлыҡҡа килә. Баҙарҙа бер генә һатып алыусы булһа һәм һатыусыларҙың альтернатив һатыу мөмкинлеге булмаһа, монопсония формалаша. Баҙарҙа ҡабул ителгән К. нормалары һәм ҡағиҙәләрен боҙоп К. алып барыу (намыҫһыҙ К.) осраҡтары ла бар. РФ‑та 2006 й. 8 июленән “Конкуренцияны яҡлау тураһында” закон эшләй, уның үтәлешен Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт күҙәтә. Конкурентлы көрәштә уңыш күпселектә етештереү факторҙарын, иҡтисади инновацияларҙы, маркетингты, тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеген һөҙөмтәле файҙаланыуҙан, инфраструктура үҫеше кимәленән һ.б. факторҙарҙан тора. Дөйөм алғанда, К. продукттың хаҡын төшөрөүгә һәм уның сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Илдең эске баҙарҙарында етештереүселәр мөнәсәбәтен төбәк‑ара К. булараҡ ҡарарға мөмкин. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында нефть эшкәртеү өлкәһендә (ҡара: Нефть эшкәртеү сәнәғәте, Нефтехимия сәнәғәте), химия продукцияһының айырым төрҙәрен (ҡара: Химия сәнәғәте), баҡыр һәм цинк концентраттарын (ҡара: Төҫлө металлургия) етештереү б‑са алда бара. Респ. сәнәғәт етештереүе б‑са алдынғылар — Башҡортостан троллейбус заводы, “Гидравлика” ААЙ, Ишембай машиналар эшләү заводы, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Нефтекама автозаводы, “ОЗНА”, “Полиэф”, “Сода” ААЙ‑лары, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, Туймазы автобетоновоздар заводы, Өфө агрегат производство берекмәһе, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе.

Н.З.Солодилова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке