КОНИГ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 298 кеше; 1920 — 243; 1939 — 225; 1959 — 199; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 142 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1683 й. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б-са яһаҡ лы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 176 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 51 йортта — 344 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән. П.Н.Шәрәев ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке