КОНЕСЕВ Геннадий Васильевич (17.11.1938, Ырымбур өлк. Медный разъезы ҡсб, хәҙ. Медногорск ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1989). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (1988—2004 йй. нефть һәм газ сәнәғәтенең етәксе хеҙм‑рҙәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге дисперслы системаларҙың үҙенсәлектәре м‑н идара итеүгә һәм быраулау технологияһындағы триботехникаға арналған. К. ҡатнашлығында юғары триботехник үҙенсәлекле быраулау эретмәләренә, мөхиттең быраулау инструменттары туҙыуына йоғонто яһауы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. К. тарафынан сығарылған быраулау инструменттарының бырауҙары һәм һырлы тоташыу урындары өсөн майлау материалдары, скважиналарҙы быраулағанда файҙаланылған эретмәләр БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть сығарыу пр‑тиеларында ҡулланыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1999).

Хеҙм.: Буровые промывочные жидкости. Уфа, 1983; Технология бурения нефтяных и газовых скважин. 3‑е изд., испр. и доп. М., 2007 (авторҙ.); Нефтегазовое дело. в 6 т. Т.2. Бурение нефтяных и газовых скважин. СПб., 2012 (авторҙ.).

Г.К.Чуктуров

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке