КӨЙӘЛӘР, (Tineidae), күбәләктәр ғаиләһе. 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралғандар. БР‑ҙа К. бер нисә тиҫтә төрө бар: иген, мебель, күлдәк, тун һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 6—30 мм. Асыҡ һоро, ҡараһыу һары төҫтә, ғәҙәттә ҡараһыу көрән төрткөлө йәки таплы. Ҡанаттары киң сәсәкле, алғылары — оҙон, артҡылары — ҡыҫҡа. Башы ҡуйы оҙон төк м‑н ҡапланған, мыйығы шыма, еп һымаҡ. Ҡорһағы цилиндр формаһында. Аяғы нәҙек, оҙон, һирәк төк м‑н ҡапланған. Йомортҡаларын үҙҙәре туҡланған субстратҡа (йөн, тире, иген һ.б.) һалалар. Ҡарышлауығы аҡ, һарғылт аҡ, яланғас, субстратта ҡурсаҡлана: иген һәм мебель К. ҡаршылауығы көпшә һымаҡ ерҙә, күлдәк К. — аҙыҡ ҡалдығынан үрелгән шаршау аҫтында, тун К. яҫы көплөктә йәшәй. Респ. шарттарында йылына 1—2 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡурсаҡ көбөндә ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә, ҡайһы берҙә көндөҙ ҙә әүҙемдәр. Имаголары туҡланмай. Ҡарышлауығы — үҫемлек йәки хайуан ҡалдыҡтары, бәшмәктәр, лишайниктар, күлдәк һәм тун К. күн, тире һәм йөн м‑н туҡлана. Амбар ҡоротҡосо булған иген К. ҡарышлауығы игенде ашай. БР‑ҙа бөтә ерҙә таралғандар.

М.Г.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке