КОВАЛЕВСКИЙ Михаил Евграфович (1829—31.1.1884, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1849) 1855 й. тиклем һәм 1862—81 йй. Сенатта хеҙмәт итә (1863—70 йй. обер-прокурор). 1880 й. М.Т.Лорис-Меликовтың Юғары ойоштороу комиссияһы ағзаһы. 1880—81 йй. Өфө һәм Ырымбур губ. сенатор ревизияһына етәкселек итә, тикшереү барышында Н.А.Крыжановский етәкс. губерна хакимиәте чиновниктарының башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу‑алыу ваҡытындағы енәйәт эштәре асыҡлана. 1881 й. алып Дәүләт советы ағзаһы. 1870 й. башлап сенатор. 2‑се дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт, 1‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Шпицер С.М. Из прошлого башкирского народа. Уфа, 1929.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.