КОВАЛЕВСКИЙ Андрей Петрович (20.1, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1.2.1895, Мәскәү, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Харьков губ. Рассоховатое а. — 29.11.1969, Харьков ҡ.), тарихсы, шәрҡиәтсе. Тарих ф. д‑ры (1951), проф. (1953). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1965). Харьков ун‑тын тамамлаған (1922), Лазарев көнсығыш телдәре ин‑тында уҡыған (Мәскәү; 1916—18). 1924 й. алып Украина мәҙәниәте тарихы ин‑тында (Харьков), 1934—38 йй. һәм 1947—50 йй. СССР ФА‑ның Шәрҡиәт ин‑тында (Ленинград) эшләй. 1938 й. ҡулға алына, 1943 й. иреккә сығарыла. 1944 й. башлап Саранскиҙа (пед. ин‑тында, Мордва тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡтисад ҒТИ‑нда) эшләй. 1947 й. алып ЛДУ‑ла, 1949 й. — Харьков дәүләт ун‑тында (1951 й. башлап яңы тарих каф., 1964 й. — урта быуаттар тарихы каф. мөдире), бер үк ваҡытта Харьков пед. ин‑тында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Көнсығыш халыҡтары т‑да урта быуат ғәрәп-фарсы тарихи сығанаҡтарын өйрәнеүгә арналған. Ибн Фаҙландың яҙмаларын өйрәнә һәм урыҫ теленә тәржемә итә (тәүге тәржемә 1939 й. К. авторлығы күрһәтелмәйенсә донъя күрә). “Әхмәт Ибн Фаҙландың 921—922 йылдарҙа Волга буйына сәйәхәте тураһындағы китабы” (“Книга Ахмеда Ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг.”; 1956) монографияһында Ибн Фаҙлан ҡулъяҙмаларының төрлө өҙөктәрен һәм варианттарын өйрәнеү тарихын ҡарай, уларға тарихи сығанағы б‑са анализ бирә (ш. иҫ. тәржемәләренә), Бағдад хәлифе әл-Мөҡтәдир илселегенең Волга буйы Болғарына табан үткән юлын күрһәтә. К. башҡорттар, бәшнәктәр, уғыҙҙар һ.б. Евразия халыҡтарының йәшәгән урыны, дини ҡараштары, көнкүреше т‑да белешмә бирә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Чуваши и булгары по данным Ах- меда ибн-Фадлана. Чебоксары, 1954.

Әҙәб.: Авербух С.И. Андрей Петрович Ковалевский — исследователь путешествия Ибн Фадлана на Волгу //Страны и народы Восто- ка. СПб., 1994. Вып. 28.

В.А.Иванов, И.В.Кучумов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке