КОВАЛЁВА Лиана Ароновна (22.12.1951, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1976 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — ғәмәли физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге күҙәнәкле мөхиттәр физикаһына һәм тотош мөхиттәр механикаһына, дисперслы һәм күп компонентлы системалар термодинамикаһына, ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеүгә арналған. К. тышҡы физик ҡырҙар (ш. иҫ. юғары йышлыҡлы электромагнит ҡыры) тәьҫир иткәндә күп фазалы системаларҙы фильтрлау һәм күп компонентлы системаларҙа йылылыҡ һәм масса күсерелеүе күренештәренә тикшереү үткәрә; юғары ҡуйылыҡтағы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү ысулын тәҡдим итә. К. тарафынан юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырының күп компонентлы системалар м‑н тәьҫир итешеүе сәбәпле барлыҡҡа килгән электр-термодиффузия күренеше асыла. 230‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Термодинамика и явления переноса в дисперсных системах в электромагнитном поле. Уфа, 1998 (авторҙ.); Неравновесная термодинамика дисперсных систем в электромагнитном поле. Уфа, 2000 (авторҙ.); Некоторые аспекты взаимодействия электромагнитных полей с по- ляризующими средами. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Р.Әҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018