АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович (7.7.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 28.4.1985, Дондағы Ростов ҡ.), лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ульяновск инструктор‑лётчиктар авиация мәктәбен тамамлаған (1937). 1932—33 йй. һәм 1938—63 йй. Совет Армияһында. 1941 й. алып Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 8‑се гвардия штурмлау авиация див. 142‑се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. гвардия капитаны А. 134 хәрби осошта (1945 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. авг., сент. һәм дек.), Александр Невский (1943, 1944), 1‑се (1943, 1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Куликов В. Гордость отца // Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.