КОВАЛЁВ Фёдор Иустинович (1898 — 26.3.1954, Мәскәү), геолог. Геол.-минералогия ф. канд. (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Фәнни эшмәкәрлеге баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арналған. Ул БаймаҡБүребай свитаһын айырып күрһәтә; Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Таналыҡ‑Баймаҡ р‑нының 1:1000000 масштаблы геол. картаһын (1943) төҙөүселәрҙең береһе. Сибай ҡ. урамға К. исеме бирелгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1949).

Хеҙм.: Генезис колчеданных и золото-баритовых месторождений Баймакского района (Ю.Урал) //Советская геология. 1944. №2.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке