КОВАЛЁВ Сергей Иванович (13.9.1886, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡуғанаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а., — 12.11. 1960, Ленинград), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1938). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Петроград ун‑тын тамамлаған (1922). 1918—38 йй. Ф.Энгельс ис. хәрби-сәйәси курстарҙа, В.И.Ленин ис. Хәрби-сәйәси акад., К.Е.Ворошилов ис. Хәрби-диңгеҙ акад., бер үк ваҡытта 1924 й. алып А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тында һәм ЛДУ‑ла (1934—56 йй. Боронғо Греция һәм Рим тарихы каф. мөдире) уҡыта. 1930—37 йй. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. Көнсығыш мәҙәниәттәр һәм антиклыҡ ин‑ты секторы етәксеһе. 1938—50 йй. СССР ФА Тарих ин‑ты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1956—60 йй. Дин һәм атеизм тарихы музейы директоры. Фәнни хеҙмәттәре боронғо донъяның соц.-иҡт. тарихына, христианлыҡтың барлыҡҡа килеүенә арналған. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Рим тарихы” (“История Рима”; 1948), “Боронғо донъя тарихы” (“История Древнего мира”; 1956, 83 тапҡыр нәшер ителә) дәреслектәре авторы.

Хеҙм.: Александр Македонский. Л., 1937; Очерки истории древнего Рима. М., 1956 (авторҙ.); Основные вопросы происхождения христианства. М.; Л., 1964.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.