КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич (30.10.1958, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шаҡша станцияһы ҡсб, хәҙ. Өфө ҡ. эсендә), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1980 й. алып Геология ин‑тында: 1994 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — магматизм һәм метаморфизм лаб. етәксеһе, 2012 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары һәм баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 2002—12 йй. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис ун‑тында, 2008 й. башлап БДПУ‑ла, 2012—13 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың кембрий алды магматик тоҡомдары петрологияһына һәм аҫыл металдар металлогенияһына арналған. К. тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенең рифейҙағы геодинамик үҫеше моделе төҙөлгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Полезные ископаемые Республики Башкортостан (железные руды). Уфа, 2008 (авторҙ.); Белорецкий метаморфический комплекс. Уфа, 2009 (авторҙ.). Генезис сульфатов и сульфидов в нижнерифейских отложениях Камско-Бельского авлакогена и Башкирского мегантиклинория. Уфа, 2009 (авторҙ.). 

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке