КОВАЛЁВ Николай Григорьевич (1.5.1921, Украина ССР‑ы Выселки а. — 3.5.2002, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почётлы авиатөҙөүсе (1999). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1946) 161‑се Дәүләт союз з‑дында эшләй: цех нач. урынбаҫары, 1950 й. алып КБ нач., 1952 й. — баш механик. 1954 й. башлап ӨПЭЗ директоры. 1974 й. алып Өфө агрегат-конструкторлыҡ берекмәһенең баш конструкторы урынбаҫары. 1977—93 йй. “Пирометр” з‑ды (С.‑Петербург) директоры. К. етәкс. ӨПЭЗ СССР‑ҙа приборҙар эшләүсе иң эре пр‑тиеларҙың береһенә әйләнә. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018