КОБЯКОВ Анатолий Иванович (2.6.1946, Ишембай ҡ.) инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1991). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. 1999—2011 йй. Мәскәү инженерлыҡ экологияһы ун‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге химия-технология объекттарын автоматлаштырыу проблемаларына арналған. К. тарафынан эшләтеп ебәреү процестарының матем. моделдәре һәм улар м‑н идара итеүҙең оптималь алымдары эшләнә, атмосфераға сығарылған газ ташланмалары зарарлығының кәмеүен, ресурстарҙы һаҡлау һәм етештереүҙең экологик хәүефһеҙлеге шарттарында технологик процестарҙың үҫешен тәьмин иткән химия продукцияһы алыу ысулдары уйлап табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре күп кимәлле бүлгеләнгән технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаларын төҙөгәндә, минераль ашламалар, фенол, ацетон етештереүҙә технологик процестарҙың һәм ҡорамалдарҙың авария режимдарынан һаҡлау системаларын синтезлағанда ҡулланыла. 65‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Переработка твёрдого топлива. М., 2003 (авторҙ.). 

И.М.Арпишкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке