КОБЗЕВ Николай Никифорович [1.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Гуровка а. (БР-ҙың Ауырғазы р‑ны) — 1991, Борисов ҡ.], танкист, гвардия полк. (1980). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков гвардия танк уч‑щеһын (1948) һәм “Выстрел” Юғары атыу-тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1962) тамамлаған. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында 7‑се гвардия, 37‑се һәм 5‑се гвардия армиялары составында 15‑се гвардия уҡсылар див. 50‑се гвардия уҡсылар полкының орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н 1944 й. апр. Тирасполь ҡ. (Молдавия) янындағы, июль—авг. Майдан, Бранув һәм Сташув ҡҡ. (Польша) өсөн, 1945 й. апр.—майында Дрезден (Германия) һәм Прага (Чехословакия) ҡҡ. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1972) 1982 й. тиклем Борисов ҡ. 2‑се Ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: Н.Н.Кобзев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.