КОБЕЛЕВ Александр Иванович (5.3.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Богородский а. — 14.10.1975, Өфө), лётчик, подполковник (1948). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Батайск граждан һауа флоты пилоттары мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) шунда уҡ, 1938 й. алып Тамбов граждан һауа флоты пилоттары мәктәбендә лётчик-инструктор булып эшләй. 1940 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. алып Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 306‑сы штурмлау авиация див. 951‑се штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. капитан К. 115 хәрби осошта (1944 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1948) 1955 й. тиклем һәм 1957—62 йй. граждан авиацияһында лётчик булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1945), Александр Невский (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Портрет: А.И.Кобелев

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке