КНЯЗЕВА Ольга Александровна (18.9.1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2008). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) СССР Бөтә Союз а.х. микробиологияһы ҒТИ‑ның Көньяҡ зона тупраҡ микробиологияһы бүлегендә, 1986 й. алып Ҡырым мед. ин‑тында эшләй (икеһе лә — Симферополь ҡ.). 1994 й. башлап Биохимия һәм генетика ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2005 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге ҡан барлыҡҡа килтереү системаһында яман шеш ауырыуҙары булғанда иммунитеттың биохимик һәм биофизик аспекттарына, иммун модуляция сараларының күҙәнәктәрҙә шештәр үҫеүенә тәьҫире механизмдарын тикшереүгә һ.б. арналған. К. ҡатнашлығында кеше иммуноглобулинының IgG, IgM, λ‑еңел теҙемдәренә, бал ҡорто ағыуының мелиттинына һ.б. ҡарата моноклональ антиесемдәр продуценттары сифатында файҙаланыу өсөн йорт сысҡанының культивацияланған гибрид күҙәнәктәренең штамдары алына. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке