АЛЕКСЕЕВ Николай Васильевич (26.8.1934, БАССР-ҙың Бөрө р‑ны Уҫаҡ а. — 7.4.2000, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1997), проф. (2000). Новосибирск т. юл транспорты инженерҙары ин-тын тамамлаған (1956). 1965—2000 йй. ӨДАТУ уҡытыусыһы (1967—70 йй. киске ф‑т деканы). Фәнни эшмәкәрлеге тәбиғи рәүештә боролған күсәрҙәрҙең көсөргәнешле-деформациялы хәлен тикшереү ысулдарын эшләү, һығылмалылыҡ теорияһының сик мәсьәләләренең электр моделен әҙерләү м‑н бәйле. Спираль һымаҡ бырауҙарҙың ныҡлығын һәм ҡатылығын иҫәпләүҙең А. уйлап тапҡан алымы БР, РФ-тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Некоторые результаты исследований НДС естественно закрученных стержней //Механика деформируемых тел и конструкций. Уфа, 1998 (авторҙ.); Electromagnetic Simulation of fields in solving problems of aerohydrodynamics and in the theory of elastiсity in the basic elements of turbomachines //Simulation of Systems. Amsterdam, 1976 (авторҙ.).

Ю.Н.Бердников

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Текст на русском языке